9 декабрь, Йома

25 сентябрь 2013 йыл, 14:55

Өфө ҡала Советы журналистар араһында конкурс иғлан итә

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ҡала Советы Советтың 2013 — 2014 йылдарҙағы эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға журналистар конкурсы үткәрә. Ҡаланың депутаттар корпусы бөгөн үҙенең XXII ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте.

Конкурс ҡала Советы эшмәкәрлегенең асыҡлығын күтәреү һәм Өфө биләмәһендәге урындағы үҙидара органдарының эшен даими яҡтыртыусы журналистарҙы дәртләндереү маҡсатында үткәрелә.

Ҡатнашыу өсөн 2013 йылдың 1 октябренән 2014 йылдың 30 сентябренә тиклемге осорҙа ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, киң мәғлүмәт сараларының рәсми сайттарында баҫылған, йә булмаһа  телеэфирҙа, радиоэфирҙа сыҡҡан эштәр ҡабул ителәсәк.

Конкурс дүрт  номинация буйынса үтәсәк: «Матбуғат һүҙе» — ваҡытлы матбуғат баҫмалары өсөн, «Интернет донъяһы» —интернет-киң мәғлүмәт саралары, «Ҡала объективта» —  телекомпаниялар һәм мәғлүмәт агентлыҡтары, «Өфө тауышы» — радиотапшырыуҙар алып барыусылар өсөн.

Ҡатнашыусылар конкурсҡа 5 – 50 эш тәҡдим итә ала. Һәр номинацияла өс призлы урын билдәләнәсәк. Һәр номинацияла еңеүсе диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн аҡсалата бүләктәр 30 һәм 15 мең һум тәшкил итәсәк. Конкурсҡа эштәр ҡабул итә башлау тураһында өҫтәмә рәүештә иғлан ителәсәк.