11 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2013 йыл, 12:57

Әбйәлилдә 16 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты

автор: Арина Рәхимҡолова

Әбйәлил районы хакимиәтендә «2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы йәш ғаиләләргә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) сертификаттар тапшырылды.

Тантаналы сараны асып, Әбйәлил районының мәғлүмәт-коммуникация үҙәге директоры Ғәлим Дәминдәров, был Программа буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж агросәнәғәт комплексы һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре социаль түләүҙәр ала, тип билдәләне. 2003 йылда Программаны ҡабул иткән көндән алып районда 56 агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәре һәм 53 социаль өлкә хеҙмәткәре үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Сертификат алыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов та ҡотланы һәм уларға бәхетле ғаилә тормошо, именлек теләне. Федераль маҡсатлы программа 2020 йылға тиклем оҙайтылды һәм ул  2014 йылдан «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» тип аталасаҡ.