Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламентында етәксе вазифалар структураһы үҙгәрәсәк

Сәйәсәт

Республика парламентының ойоштороу комитеты ултырышында етәксе вазифаларҙың яңы структураһы тәҡдим ителде. Ул дүртенсе саҡырылыштағыһынан, иң элек, профилле Комитеттар рәйестәре урынбаҫарҙарының һанын арттырыу менән айырылып тора. Даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттарҙың дөйөм һаны, «БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» БР законының 1-се статьяһы менән билдәләнгән һәм 22 кеше тәшкил итә.

Ойоштороу комитеты ҡарауына  республика парламенты етәксе вазифаларының түбәндәге структураһы тәҡдим ителде: республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе һәм уның ике урынбаҫары — даими нигеҙҙә, бер урынбаҫар — даими нигеҙҙә түгел, йәғни төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса. Комитеттарҙың бөтә рәйестәрен элеккесә парламентта даими профессиональ нигеҙҙә эшләүгә йәлеп итергә тәҡдим ителде. Дәүләт Ҡоролошо, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитетта бер урынбаҫар даими нигеҙҙә тәҡдим ителде, икенсеһе — даими түгел. Дүрт Комитетта — Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары; Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш; Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ; Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктураны үҫтереү буйынса – рәйестең даими профессиональ нигеҙҙә эшләүсе берәр урынбаҫарын раҫларға тәҡдим ителде. Республика парламентының өс Комитетында – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу; Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте; Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса — даими нигеҙҙә эшләүсе икешәр урынбаҫар раҫларға.

Яңы парламенттың етәксе вазифалары структураһы тураһында һуңғы ҡарар 3 октябрҙә, бишенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  беренсе ултырышында ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть