Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Парламент бинаһында яңы электрон система ҡуйылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Йортонда республика парламенты депутаттарының эшен тәьмин итеү өсөн яңы электрон система ҡуйылды. Яңылыҡ шишәмбе көнө ойоштороу ултырышында бишенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары иғтибарына еткерелде. Закон сығарыусылар яңы технологияны һынап та ҡараны. Ултырыштар залында ҡуйылған цифрлы система Федерация Советында һәм Дәүләт Думаһында ҡуйылған системаға оҡшаш. Ултырышты алып барған Константин Толкачев әйтеүенсә, системаға дискуссия алып барыу һәм тауыш биреүҙең төрлө төрҙәрен үткәреү мөмкинлектәре биреүсе заманса технологиялар һалынған. Яңы система ярҙамында асыҡ, шулай уҡ йәшерен тауыш биреү үткәрергә мөмкин. Урынлаштырылған цифрлы комплексҡа дискуссия системаһы, тауыш биреү системаһы, синхрон тәржемә итеү системаһы, видеомониторинг системаһы, ағымдағы тауыш биреү мәғлүмәттәрен график күрһәтеү системаһы һәм башҡалар инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть