8 декабрь, Кесе йома

25 сентябрь 2013 йыл, 10:35

Төбәк йәш натуралистарының яҡшы эштәре Мәскәү күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ

автор: Людмила Терновая

Республиканың балалар экологик-биология үҙәгендә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына һәм Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреүҙең 95 йыллығына арналған «Йәш натуралист–2013» конкурсы уҙғарылды. Төбәктең 25 районынан коллективтар «Сәскә үҫтереү», «Баҫыусылыҡ», «Йәшелсәселек», «Умартасылыҡ», «Емеш үҫтереү», «Шәхси ярҙамсы хужалыҡ», «Ландшафтлы дизайн һәм архитектура», «Дарыу  үләндәре», «Минең чемпион», «Һирәк һәм аҙ таралған культуралар», «Хеҙмәт берләшмәләре», «Тәбиғәт оҫтаханаһы» кеүек номинациялар буйынса ҡыҙыҡлы, бай һәм тасуири итеп күргәҙмә экспонаттары тәҡдим иттеләр. Конкурс-күргәҙмәлә уҡыусылар экспонаттарҙың һәм тәжрибә эштәренең төрлө варианттарын күрһәттеләр,улар араһында территорияларҙың ландшафтлы дизайн презентацияһы электрон материалда.  

Быйыл күргәҙмәлә белем биреү учреждениеларының уҡыу-тәжрибә участкаларында, мәктәп эргәһе территорияларында һәм ярҙамсы хужалыҡтарҙа үҫтерелгән, төрлө формалы, сортлы үҫентеләрҙе фантазияға бай итеп биҙәүҙәре хайран ҡалдырҙы. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институты-ботаник баҡсаһының ғилми хеҙмәткәрҙәре жюри ағзалары булды.

Иң яҡшы экспонаттар Мәскәүҙә үтәсәк  «Йәш натуралист–2013» Бөтә Рәсәй күргәҙмәһенә һайлап алынды.