8 декабрь, Кесе йома

24 сентябрь 2013 йыл, 18:00

Башҡортостан Хөкүмәте менән "Внешэкономбанк" килешеү төҙөнө

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Үҫеш һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереү банкы (Внешэкономбанк)» Дәүләт корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. БР Иҡтисади үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, стратегик партнёрлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырыу, инвестицион эшмәкәрлек өлкәһендә оҙайлы ваҡытҡа һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте үҫтереү килешеүҙең төп йүнәлеше булып тора.

Килешеүҙә ҡатнашыусылар инвестиция проекттарын финанслауҙы ойошторғанда, уларға ярҙам схемаларын эшкәрткәндә һәм инвестицион хәүефтәрҙе кәметеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләгәндә үҙ-ара килешеп эш итергә ниәтләй.

Яҡтар берлектәге саралар һәм программалар эшкәртеү өсөн үҙ вәкилдәренең осрашыуҙарын ойоштороу тураһында һөйләшеп килеште.

Килешеү республикала инвестиция эшмәкәрлеген дәртләндереүгә, уның иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға йүнәлтелгән.

Банк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге ваҡытта “Внешэкономбанк”та Башҡортостандың  20 миллиард һумдан ашыуға  дүрт инвестиция проекты ҡарала. Уларҙы тормошҡа ашырыу мең ярым яңы эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк, бюджетҡа 10 миллиард һумдан ашыу табыш килтерәсәк.