Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә башҡорт спортсыһы Вил Абдуллин тураһында китап сыҡҡан

Йәмғиәт

Силәбе өлкәһенең башҡорт ауылы Ҡоншаҡта «Спорт өсөн тыуған кеше» китабының презентацияһы үтте. Китап башҡорт спортсыһы, районда беренсе саңғы ярышы буйынса СССР спорт мастеры, тренер, педагог Вил Абдуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға ҡарата яҙылған. Ул районды төрлө спорт олимпиадаларында лайыҡлы танытҡан йөҙҙән ашыу талантлы спортсылар тәрбиәләгән.

Тренерҙың улы Фуат Абдуллин китаптың дәртләндереүсеһе һәм инициаторы булып тора. Биографик баҫманың  авторы һәм мөхәррире Лилиә Девальд.

Презентацияға төрлө йылдарҙағы спорт ветерандары, тренерҙар, спортсылар, райондың башҡорттар Ҡоролтайы активистары һәм Вил Абдуллиндың дуҫтары йыйылғайны. Вил Вәғиз улының коллегалары уның спортҡа тоғро булыуы, педагог талантына эйә булыуы хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.

Район етәкселеге исеменән район башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары Гөлбаныу Йәнтурина тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Абдуллиндар ғаиләһе архивынан күп кенә фотолар күрһәттеләр. Район мәҙәниәт йорто Ижад йорто менән берлектә үҙешмәкәр концерт номерҙары менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы даими вәкиллегенең матбуғат сәркәтибе Михаил Хәбиров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть