Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Монголиянан тәжрибә уртаҡлашыу өсөн килделәр

Иҡтисад

Башҡортостанға Монголияның рәсми делегацияһы килде, уларҙың төп  маҡсаты – республика умартасылары менән тәжрибә уртаҡлашыу.

«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге»нән хәбәр итеүҙәренсә, делегация составында 10 кеше. Улар араһында — World Vision Халыҡ-ара ойошмаһы, Монголияның Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы министрлығы, Монголия умартасылар ассоциацияһы, шулай уҡ «Шаамарын Тохой» умартасылыҡ кооперативы вәкилдәре.

Башҡортостан умартасылыҡ ғилми үҙәгенең «Шаамарын Тохой» кооперативы менән хеҙмәттәшлеге  2008 йылда Монголияға башҡорт тоҡомо бал ҡорттары күстәрен оҙатыуҙан башланғайны.

Башҡорт бал ҡорто Монголия далаһында ла үҙен егәрле эшсән итеп күрһәтте. 2009 йылда Монголияға Башҡортостандан бал ҡорттары күстәрен һәм умартасылыҡ инвентарҙарын оҙатыуға биш йыллыҡ контракт төҙөлдө. Бынан тыш, договорҙа монгол белгестәренә умартасылыҡ өлкәһендә ғилми-методик ярҙам күрһәтеү ҙә ҡаралды. Һуңғы биш йылда был эш уңышлы дауам итте.

2014 йылға Монголияла умартасылыҡты үҫтереү дәүләт программаһын эшкәртеү ҡаралған. Башҡортостанда иһә был йүнәлештә ҙур тәжрибә тупланған.

Яҡтар Монголияға башҡорт тоҡомо бал ҡорттары күстәре, умартасылыҡ ҡорамалдары, ветеринария препараттары оҙатыу, шулай уҡ фәнни белем биреү өлкәһендә ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә оҙайлы ваҡытҡа яңы контракт төҙөргә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть