10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2013 йыл, 16:53

Башҡортостандың Ҡарман һыу һаҡлағысына аҡ амур һәм толстолобик селбәрәләре ебәрелде

автор: Эльвира Латипова

Ҡарман һыу һаҡлағысына биологик тигеҙлекте тәьмин итеү өсөн тоннанан ашыу аҡ амур һәм толстолобик селбәрәләрен – 20 меңдән ашыу ваҡ балыҡ ебәрҙеләр. Һыу ятҡылығын балыҡландырыу тәртибен Ҡарман ГРЭС-ы үткәрҙе, ул һыу һаҡлағысын электростанцияның әйләнештәге һыуҙарын һыуытыу өсөн файҙалана. ГРЭС-тың селбәрәләрҙе һатып алыуға сығымы яҡынса 300 мең һум.

Башҡортостан электр менән тәьмин итеү компанияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, энергетиктар бына 15 йыл инде һыу ятҡылығында даими балыҡ үрсетеүҙе дауам итә. Бындай тәбиғәтте һаҡлау сараһы ГРЭС-тың тулы көскә эшләүе өсөн кәрәк. Электростанция ағыҙған йылы һыу ылымыҡтар үҫеүенә килтерә һәм һыу ятҡылығы төбөндә лайлалы яры барлыҡҡа килә. Һыу ятҡылығын тик айырым бер үлән менән туҡланыусы балыҡтар таҙарта ала. Мәҫәлән, аҡ амур ҡаты үлән менән туҡлана, үҙенең массаһын бер килограммға арттырыр өсөн 80 килограммға тиклем үҫемлек ашай. Толстолобиктарҙың аҙығы – һыуҙы «сәскә аттырыусы» бер күҙәнәкле ылымыҡтар.

Селбәрәләр менән «Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәъмин итә.