Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы - гектарынан 332 центнер

Иҡтисад

Республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 332 центнер тәшкил итә. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенең һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы республикала 603 мең тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған, шуның 318,4 мең тоннанан күберәге эшкәртеүгә оҙатылған.

БР ауыл хужалығының консультациялау үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә шәкәр сөгөлдөрө 18,2 мең гектар самаһы, йәғни сәсеү майҙанының 32 процентынан йыйып алынған.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөнөң иң мул уңышы ҡәҙемгесә Благовар районында. Бында һәр гектарҙан уртаса 453 центнер шәкәр сөгөлдөрө алына.

Төбәктең аграр идаралығында әйтеүҙәренсә, әлеге ваҡытта иң күп татлы тамыраҙыҡ Ҡырмыҫҡалы районында йыйып алынған – 100 мең тоннанан күберәк, шулай уҡ Благовар һәм Әлшәй райондарында – 89,6 һәм 75 мең тонна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть