4 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2013 йыл, 15:03

Башҡортостанда ужым сәсеү 90 процентҡа үтәлгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ужым культуралары әлеге мәлгә 537 мең гектарҙа сәселгән, был планлаштырылған күләмдең 90 процентын тәшкил итә.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәсеү кампанияһы бөгөн республиканың 24 районында тамамланған.

Быйыл ужым сәсеүлектәренә иң ҙур майҙан Көйөргәҙе районында бүленгән: ужым культуралары бында 22,5 мең гектарҙа сәселгән, план 18 процентҡа арттырып үтәлгән. Шулай уҡ Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында ла аграрийҙар билдәләнгәндән 18 һәм 19 процентҡа күберәк сәскән.

Сәсеү эштәренән тыш, Башҡортостанда туңға һөрөү дауам итә. Министрлыҡтың һуңғы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 572 мең гектар туңға һөрөлгән, был планлаштырылғандың 47 проценты.

Киләһе йыл яҙғы культураларҙы сәсеү өсөн баҫыуҙарҙы туңға һөрөү бигерәк тә Ауырғазы, Илеш, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында әүҙем алып барыла. Уларҙың һәр береһендә 24,4-29,6 мең гектар майҙанда туңға һөрөү тамамланған.