11 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2013 йыл, 13:39

Өфөнөң рус теле уҡытыусыһы «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Шаршамбы, 25 сентябрҙә, Мәскәүҙә «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2013» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабы уҙасаҡ. Башҡортостандан унда Өфө ҡалаһының 115-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова ҡатнашасаҡ.

Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған, 15 йыллыҡ педагогик стажы бар.

Ни өсөн мәктәптә эшләүе оҡшай, тигән һорауға Оксана Шәрәфетдинова «Мин оптимисмын һәм миңә дәрескә килгән балалар – ул илебеҙҙең киләсәге булыуына ысын күңелдән ышанам. Балалар аҡыллы, изге күңелле, ихлас, талантлы, барыһын да яҡшыға үҙгертеүгә һәләтле», — тип яуап ҡайтарҙы.

Конкурс бер нисә этапта үтәсәк. Беренсе турҙа Оксана Шәрәфетдинова, башҡа Рәсәй финалында ҡатнашыусылар кеүек, үҙ фәне буйынса дәрес бирәсәк, класс сәғәте һәм ата-әсәләр йыйылышы үткәрәсәк. Уҡытыусы тәүге тапҡыр класҡа килеп таныш булмаған аудиторияла балалар һәм ололар менән аралашасаҡ.

Йомғаҡтар буйынса конкурста ҡатнашыусы 15 кеше һайлап алынып, икенсе турға үткәреләсәк, унда уларға мастер-класс һәм асыҡ лекция уҡырға тура киләсәк.

Был этаптың һөҙөмтәләре буйынса 5 финалға үтеүсе 5 кешенең исеме билдәле буласаҡ. Улар бәләкәй гәлсәр пеликан менән бүләкләнәсәк.

«Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2013» исеме менән конверт 5 октябрҙә, Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта асыласаҡ.

Билдәләп китергә кәрәк, «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2013» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабында 80 педагог, уларҙың 27-һе ир-ат һәм 53 ҡатын-ҡыҙ, ҡатнашасаҡ.