7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2013 йыл, 12:31

Хәйбулла районында «Ауыл мираҫы» акцияһы тамамланды

автор: Людмила Терновая

Хәйбулла районында «Ауыл мираҫы» акцияһы Мәмбәт ауылында ауыл байрамы менән тамамланды. Бында «Иман ҡайтһын ауылға» тигән сара үткәрҙеләр.

Байрам ҡунаҡтарын ҡаршы алғандан һуң сара Мәмбәт мәсетендә дауам итте. Йыйылған халыҡ алдында урындағы имам-хатиб Мөҙәрис Кәйепов сығыш яһап, мәсетттең тарихын һөйләне, ул төрлө сығанаҡтарға ярашлы 1827-1829 йылдарҙа төҙөлгән.

Ислам нигеҙҙәре хаҡында район мосолмандар дини ойошмаһы имам-хатибы Юлай Йоносов бәйән итте. Артабан балалар һәм үҫмерҙәр сүрәләр уҡыу оҫталыҡтарын күрһәтте. Ауыл китапханаһы мөдире Вәсилә Мәмбәтова һәм байрам ҡунағы Миңзифа Ишемғолова мөнәжәт әйтте.

Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лариса Мәмбәтова,  районда берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы – мәсеттең ишеге бер ҡасан да ябылмай, тип ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл мираҫы» акцияһы Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арнап, “Хәйбулла – яратҡан төйәгем” проекты сиктәрендә быйыл 1 июндә башланғайны.

Акция ҡағиҙәһенә ярашлы, райондың һәр ауыл биләмәһендә ауыл байрамы үтергә тейеш ине. Шулай, Әбеш ауыл Советы биләмәһендә бындай байрам июндә тамамланған. Оло Әбеш ауылы мәктәбенең 60 йыллығын һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Ырыуҙар байрамы» үткәрелгән. Байғусҡар ауылында уҙған «Шәжәрә байрамы» күптәрҙең хәтерендә ҡалған. Таналыҡ ауыл советының Яңы Украинка ауылында үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сағыулығы менән айырылып торған.Ошондай уҡ байрам Яңы Ергән ауылында ла уҙған, шулай уҡ урындағы мәктәптең 60 йыллығын билдәләгәндәр.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай саралар халыҡты берҙәмләштерергә, халыҡ йолаларын һаҡлап үҫтерергә, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырырға булышлыҡ итә. Бынан тыш, байрамға әҙерләнеү сиктәрендә ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.