10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2013 йыл, 11:53

Силәбе өлкәһендә ауылдаштар осрашты

автор: Арина Рәхимҡолова

Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Илтендән ауылы башҡорттары осрашты. Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының даими вәкиләтенең матбуғат-сәркәтибе Михаил Хәбиров һөйләүенсә, байрамда дуҫтарса йылы мөнәсәбәт һиҙелеп торҙо. Осрашыуҙы ойошторорға ауыл хакимиәте, район Советы депутаты Тәнзиә Йәнбаева, Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы депутаты Дмитрий Мешков ярҙам күрһәтте. Ә осрашыу инициаторы булып Илтендәндә тыуып үҫкән  Флүрә Абдуллина торҙо. Дружный ҡасабаһы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы, программала башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары яңғыраны.

Ҡасандар ауыл тормошо ҡайнап торған был урында бөгөн туғай һәм яландар. Башҡорт ауылы Исток, икенселәй әйткәндә Илтендән, күл буйында урынлашҡан булған. Эргәлә генә балыҡсылыҡ сәнәғәте һәм «Дружный» совхозының малсылыҡ фермаһы урынлашҡан булған. Истоктыҡылар балыҡсылыҡ, малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән.

Элек бында йәшәгән өлкәндәрҙең һөйләүе буйынса, тормош гөрләп торған. 1960-сы йылдарҙа сәнәғәт булмауҙан ваҡ ауылдар бөтә башлай. Йәштәр эш эҙләп ҙурыраҡ ауылдарға күсеп китә. Был ауыл да шундай яҙмышҡа дусар була. 1967 йылда 20 йорт-хужалыҡ юҡҡа сыға. Иң һуңғы булып Хөснуллиндар ғаиләһе ауылдан күсеп китә. Бөгөн атай-олатайҙары торған ерҙе ҡарарға балалары ғына түгел, ейәндәре лә ҡайтып, тыуған ер тупрағын алып китә. Теге ваҡыттағы ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙер инде өлкән йәштәге кешеләр, бала саҡтарын хәтерләгәндә шатлыҡлы күҙ йәштәрен йәшермәне. Байрамға ҡайтҡан һәр кешенең күңелен тыуған йортҡа булған һөйөү тойғолары биләне.