9 декабрь, Йома

24 сентябрь 2013 йыл, 11:48

Белорет ҡала Советы рәйесе итеп ҡайтанан Дилә Хәмзина һайланды

автор: Әлим Фәйезов

23 сентябрҙә Белоретта быйыл 8 сентябрҙә һайланған дүртенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаттарының беренсе ултырышы үткәрелде.

Совет ултырышында  БР Президенты Хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлеге советнигы Салауат Шаһиев, Белорет районы муниципаль районы Советы рәйесе Евгений Карепанов, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илгиз Тләүбаев, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Надежда Горбатова ҡатнашты.

Ултырышты асып, Надежда Горбатова ҡала Советы депутаттарын һайлау кампанияһын үткәреүҙең төп этаптары тураһында һөйләне һәм һайлау үткәреү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Һуңынан депутаттар көн тәртибен тикшереүгә күсте, унда 19 мәсьәлә ҡаралғайны. Беренсе сиратта, үҙҙәре араһынан ҡала Советы рәйесен һәм уның урынбаҫарын һайлау, Советтың даими комиссияларын, уларҙың составын билдәләү, Совет президиумын раҫлау бурысы торҙо. Көн тәртибенә шулай уҡ Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы йөкмәтеү, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү һәм конкурс  комиссияһы ағзалары тураһында мәсьәләләр индерелде.

Ҡала Советы рәйесе итеп бер тауыштан ҡайтанан ҡала Советын 2005 йылдан етәкләүсе Дилә Хәмзина һайланды. Совет рәйесе урынбаҫары вазифаһына 13-сө һайлау округы депутаты «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Белорет район-ара электр элемтәһе үҙәге» филиалы директоры Дмитрий Нарушевич һайланды.

Артабан депутаттар Советтың биш даими комиссияһын ойошторҙо. Һәр комиссияның составы һәм рәйесе раҫланды. Бынан тыш, ревизия комиссияһы һәм Совет президиумы составтары ойошторолдо.

Сессияла Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителде, ул 18 октябрҙә үткәреләсәк. Кандидаттарҙан  конкурста ҡатнашыу өсөн документтар 26 сентябрҙән 3 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Конкурс комиссияһы составына алты кеше инде, уларҙың икәүһе  район Советы тәҡдиме буйынса һәм дүртәүһе — ҡала Советынан.

Депутаттар конкурс һөҙөмтәләре буйынса Совет тарафынан тәғәйенләнгән кеше вазифаһын үтәй башлағанға тиклем осорға Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе Ришат Ситдиҡовҡа йөкмәтте.