11 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2013 йыл, 10:16

Башҡортостан әсәлек капиталы түләү буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урында

автор: Эльмира Сабирова

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы ғәмәлгә ингәндән алып Башҡортостан әсәлек капиталын түләү иҫәбе буйынса өсөнсө урынды биләй. Был турала «Известия» гәзите Рәсәй Пенсия фондының статистика мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә. Башҡортостанға дүрт йылда  29 миллиард һум аҡса күсерелгән. Был — былтыр халыҡ һаны кәмеүе күҙәтелгән ун иң күп аҡса алыусылар иҫәбенә ингән өс төбәктең береһе (ҡалған икеһе — Кемерово өлкәһе һәм Алтай крайы). Әммә, дөйөм алғанда, 2009 йылдан  республика халҡы 3,6 мең кешегә артҡан.

Ә әсәлек капиталын түләүҙәр һаны буйынса беренсе урынды Чечен Республикаһы (32 млрд һум самаһы) биләй, икенсе урында – Татарстан (29,5 млрд һум).

Дөйөм алғанда, илдә әсәлек капиталын 4 миллион 600 мең ғаилә алған. Быйыл уның күләме 408 960,5 һум тәшкил итә.