4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2013 йыл, 18:24

«Полиэф» һалым льготалары аласаҡ

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан хөкүмәте «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән инвестиция килешеүе төҙөнө, уға ярашлы полиэтилентерефталат (ПЭТФ) производствоһын киңәйтеү проектын бойомға ашырғанда компанияға һалым льготалары биреү күҙаллана.

Проект ПЭТФ етештереү күләмен йылына 140 мең тоннанан 210 мең тоннаға тиклем арттырыуға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инә. Компаниянан хәбәр итеүҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу осоро – 2011 – 2013 йылдар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 1 887,356 миллион һум. Әлеге ваҡытта технологик ҡорамалдар килтерелә, төҙөлөш-монтаж эштәре алып барыла.

Инвестиция килешеүенә ярашлы, «Полиэф» ПЭТФ производствоһын киңәйтеү проекты сиктәрендә һалым льготалары аласаҡ.

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте терефталь кислотаһы һәм полиэтилентерефталат – полимер төргәктәр өсөн сеймал – етештерә. Төп акционер –  «Сибур» холдингы. Акцияларҙың 17,5 проценты Башҡортостандыҡы.