8 декабрь, Кесе йома

23 сентябрь 2013 йыл, 17:15

«Китап» нәшриәтендә Назар Нәжми тураһында китап донъя күрҙе

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап «Китап» нәшриәтендә «Назар Нәжми. Тормошо һәм ижады» тигән китап-фотоальбом донъя күрҙе. Төҙөүселәр —   Салауат Юлаев исемендәге БР дәүләт премияһы лауреаттары Ирек Кинйәбулатов менән Ҡәҙим Аралбай.

Ярайһы уҡ ҡатмарлы тормош юлы үткән һәм үҙ халҡына ҡабатланмаҫлыҡ рухи мираҫ ҡалдырған философ, драматург тураһындағы китапта замандаштарының иҫтәлектәре, журналистарҙың мәҡәләләре, библиографик мәғлүмәттәр, шағирҙың  әҫәрҙәренән өҙөктәр килтерелә.

— Китап  туған телен, милли мәҙәниәтте һәм илһамлы шиғриәтте яратҡан һәм уның баһаһын белгән  бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ, — тип билдәләнеләр «Китап» нәшриәтендә.