9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2013 йыл, 16:52

Белоретта яңғыҙ атай әсәлек капиталын аласаҡ

автор: Ольга Мортазина

Әсәлек капиталы сертификатын Белореттан яңғыҙ атай аласаҡ. БР Юғары суды ҡала суды ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдыра. Быйыл яҙ Пенсия фонды ҡалала йәшәүсе 10 йәшлек ул һәм 5 йәшлек ҡыҙ тәрбиәләүсе иргә,  балаларҙың әсәләре төрлө, тип дәлилләп, әсәлек капиталын биреүҙән баш тарта.  Ир прокуратураға мөрәжәғәт итә, унда, бәлиғ булмаған балаларҙың  атаһының конституция хоҡуҡтары боҙолған, тип билдәләнә. «Хоҡуҡ һаҡлаусылар, ирҙең әсәлек капиталына хаҡлы булыуын танып, судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итә. Суд ыңғай ҡарар сығара, тик урындағы Пенсия фонды идаралығы уға ялыу бирә. Әммә республиканың Юғары суды апелляция ялыуын ҡәнәғәтләндермәйенсә, суд ҡарарын законлы һәм ғәҙел тип табып, үҙгәрешһеҙ ҡалдыра», — тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йыл элек ошоға оҡшаш хәл Нефтекамала булды: яңғыҙ атай төрлө ҡатындарҙан тыуған балалары менән әсәлек капиталы сертификатын алыуға иреште.