9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2013 йыл, 16:25

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының барлыҡҡа килеүенә 225 йыл тула

автор: Арина Рәхимҡолова

225 йыл элек Екатерина II ҡарары менән  Ырымбур Мосолмандар диниә йыйылышы ойошторола, хәҙерге Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Мосолман йыйылышының барлыҡҡа килеүен бигерәк тә  мосолмандарға ҡарата мөнәсәбәттә Рәсәй сәйәсәте үҙгәреүҙә һынылыш осоро тип билдәләргә әүәҫ.  Билдәле булыуынса, башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылыуының  бер шарты «мосолман динен» тотоу хоҡуғын һаҡлап ҡалыу була. Әгәр ҙә XVI быуатта был ҡәғиҙә Рәсәй дәүләтендәге халыҡтарҙың береһе менән генә мөнәсәбәттәрҙе көйләһә, XVIII быуаттың икенсе яртыһында ул Рәсәйҙең бөтә мосолман халҡына тарала.

1773 йылда император Екатерина II бойороғо менән   дин тотоу түҙемлелеге тураһында Синод ҡарары ҡабул ителә. Ә 1788 йылда Өфөлә мөфтөй башлығында Ырымбур мосолман диниә йыйылышын ойоштороу тураһында исемле указ сығарыла. Беренсе мөфтөй итеп Мөхәмәтйән Хөсәйенов тәғәйенләнә.

Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй империяһының конфессия сәйәсәтендә иң мөһим үҙгәрештәр хаҡында әйтергә кәрәк.  XVI-XVIII быуаттар дауамында батша хөкүмәте башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарына һәм ислам динен тотоу иркенә ҡағылышлы килешеү шарттарын бер нисә тапҡыр  боҙған. Башҡорттарҙың һәм Рәсәйҙең башҡа  мосолман халыҡтарының Бүгәсәү ихтилалында ҡатнашыуы дәүләттән исламға ҡарата айырыуса һығылмалы ҡараш талап итә.

Мосолман йыйылышын ойоштороу тышҡы сәйәсәттә лә мөһим әһәмиәткә эйә. Империя сиктәрен киңәйтеү һәм уның составына Урта Азия һәм Кавказ мосолман халыҡтарын индереү, Төркиә һәм Иран менән һуғыш ислам халҡына мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарауҙы  талап итә.  Бындай шарттарҙа берҙән-бер дөрөҫ ҡарар — ил мосолмандары һәм дәүләт власы алдында юғары статусҡа эйә булған үҙ мосолман диниә үҙәген булдырыу.

1788 йылғы указ менән төҙөлгән Өфөләге Ырымбур мосолман диниә йыйылышы, бер яҡтан, илдең мосолман халҡын ойоштороу институты булһа, икенсе яҡтан, дәүләт-ислам мөнәсәббәттәрен көйләүҙең әһәмиәтле ҡоралы булып тора.

Мосолмандар диниә назараты үҙ тарихында юғары статусын һәм абруйын һаҡлап ҡалып килә. Әлеге ваҡытта Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, барлыҡ ислам донъяһы, дәүләт алдында Рәсәй мосолмандар берләшмәһе мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуҡтарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, мосолман берләшмәһен ойоштороуҙа төп институт булып ҡала. Ырымбур мосолман диниә йыйылышының хаҡлы вариҫы  динһеҙлек йылдарында ла  исламдың рухи байлығын һаҡлап алып ҡала.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының  225 йыллығына арналған тантаналы саралар Өфөлә октябрҙә уҙғарыласаҡ.

темалар: дин,ислам