5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2013 йыл, 14:27

Эш эҙләү мөмкинлектәре арта

автор: "Башинформ"

Trud.com порталы Өфөлә йәшәүселәр өсөн эш эҙләү һәм уңышлы карьера өсөн яңы мөмкинлектәр аса.

Эш эҙләү мәле – ул карьерала һәм ғөмүмән кешенең тормошонда үтә лә мөһим өлөш. Күп нәмә: килем, үҫеш перспективаһы, һайлаған һөнәрең менән ҡәнәғәт булыу уның һөҙөмтәлелегенә бәйләнгән

Өфөләге вакансиялар ҡыҙыҡһындырған белгестәр эш эҙләү өсөн уңайлы алым –Trud.com  порталын файҙалана ала. Ғәҙәттә, хеҙмәт баҙарында йәнлелек күҙәтелгән көҙгө миҙгелгә ҡарата махсус рәүештә  интерфейс яңыртылды, һәм бөгөн Интернет-ресурсты тағы ла һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкин. Вакансиялар тураһында мәғлүмәт сығанаҡтары иҫәбе даими арттырыла, эҙләү алгоритмдары камиллаштырыла бара. Дөйөм алғанда, был белгескә артыҡ мәшәҡәтләнмәйенсә хеҙмәт баҙары тураһында мәғлүмәттәр йыйырға һәм эш биреүселәрҙән тәғәйен тәҡдимдәр табырға мөмкинлек бирә.