Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ

Йәмғиәт

Был аҙнала Башҡортостанда тотороҡло һауа торошо һаҡланасаҡ.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың күпселек райондарында аҙна һуңына тиклем көндәр болотло буласаҡ, бер аҙ ямғыр яуасаҡ.

Һауа температураһы аҙнаның тәүге өс көнөндә плюс 12-15 градустан артмаясаҡ. Төнөн туғыҙ градустан да йылыраҡ көтөлмәйәсәк.

Кесе йоманан, 26 сентябрҙән алып төбәктең ҡайһы бер райондарында көндөҙ плюс биш-туғыҙ  градусҡа тиклем һәм төндәрен плюс бер-өс градусҡа тиклем һыуытасаҡ.

Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы территорияһының күпселек өлөшөндә 24 сентябрҙә көслө ямғыр яуыуы һәм секундына 15 метрҙан алып 20 метрға тиклем тиҙлектә ел иҫеүе көтөлә, тип иҫкәртә  Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть