Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иген культураларын һатып алыу хаҡтарын билдәләү иғлан ителде

Иҡтисад

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы башлығы Николай Федоров быйылғы иген культуралары уңышы буйынса дәүләт һатып алыу хаҡтарын билдәләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Һатып алыу буйынса кәрәкле ойоштороу сараларын үткәреү РФ Ауыл хужалығы министрлығының аграр аҙыҡ-түлек баҙарын, балыҡсылыҡты, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен көйләү департаментына йөкмәтелде.

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2013 йыл аҙағына тиклем федераль интервенция фондына ике-өс миллион тонна иген һатып алыу көтөлә.

Быйылғы ауыл хужалығы миҙгелендә дәүләт фондына иген һатып алыу күләмен аграр ведомство биш-алты миллион тонна сиктәрендә күҙаллай.

Ил Ауыл хужалығы министрлығы башланғыс хаҡтарҙы яҙ уҡ билдәләгәйне. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Европа өлөшө өсөн өсөнсө класлы бойҙайға хаҡ – тоннаһына 6,55 мең һум, Азия өлөшө өсөн  6,25 мең һум тәшкил итәсәк. Дүртенсе класлы бойҙайға хаҡ – тоннаһына 6,3 мең һәм 6,05 мең һум, бишенсе класлы бойҙайға – 5,95 мең һәм 5,7 мең һум.

Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн бер тонна арышҡа хаҡ – 4,95 мең һум, фураж арпаһына – 5,05 мең һум, өсөнсө класлы кукуруз игененә 5,6 мең һум күләмендә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть