4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2013 йыл, 12:50

Өфөлә паралимпия чемпионы иртәнге зарядка үткәрәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт педагогия университетында 24 сентябрь, шишәмбе көнө, сираттағы иртәнге зарядканы йөҙөү буйынса паралимпия чемпионы Александр Неволин-Светов уҙғарасаҡ. Ул М.Аҡмулла исемендәге майҙанда 10 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.

Спорт сараһының төп маҡсаты – спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә аныҡлауҙарынса, ҡатнашыусылар араһында викторина үткәреләсәк, ә иң әүҙемдәргә бағыусылар бүләктәр тапшырасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Паралимпия-2012-лә Лондонда Александр Неволин-Светов бер алтын (100 метр «арҡала йөҙөү») һәм өс көмөш миҙал (100 һәм 200 метр «комплекслы йөҙөү»; 50 метр «ирекле стиль» дистанцияларында) яулағайны.