9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2013 йыл, 11:00

Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс үткәрелә

автор: Ольга Мортазина

22 ноябрҙә  йырсы Ғәли Хәмзиндың (1950 — 2009) тыуған яғы —  Белорет районының Әхмәр ауылында, танылған артистың иҫтәлегенә арнап, үҙешмәкәр вокалсылар конкурсы ойошторола.

«Башҡортостандың  халыҡ артисы, Салауат  Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты матур бәрхәт тауышы, бигерәк тә башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен аһәңле башҡарыу оҫталығы менән айырылып торҙо. 1985 йылда ул Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты булды.  Артист үҙен талантлы ойоштороусы итеп тә күрһәтте:  ул «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөн төҙөп, уға 25 йыл буйына етәкселек итте. Үҙ ваҡытында ул Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты, «Дуҫлыҡ» халыҡ-ара фестивале дипломанты булды», — тип хәтергә алдылар БР Мәҙәниәт министрлығында.

Конкурсты Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ойоштора. Заявкалар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә, конкурс ике категорияла — 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәктәр — үткәрелә.