5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2013 йыл, 10:33

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

автор: Галина Бахшиева

5 августан, Өфөлә "Йәрминкә" миҙгеле-2013 башланған көндән алып, ҡала халҡына 158,8 тонна бал, 1418 тонн картуф, 508 тонна йәшелсә, 179 тонна төрлө ит һәм 12 тонна ҡош-ҡорт ите һатылды.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Башҡортостан баш ҡалаһында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре 27 октябргә тиклем дауам итәсәк. Улар аҙна һайын ял көндәрендә 12-14 сауҙа майҙансығында үткәрелә.

— Һуңғы ике ял көнөндә генә — 21 һәм 22 сентябрҙә — Башҡортостандың  39 муниципаль районы вәкилдәре йәрминкәгә 1757 машинала үҙ продукцияһын килтерҙе, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең сауҙа идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ижбулатова. — Дөйөм алғанда, улар өфөләргә 101 тонна һыйыр ите, дүрт тонна самаһы ҡош-ҡорт ите, 29 тонна бал һәм 898 тонна картуф тәҡдим итте.

Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, республика баш ҡалаһында ит йәрминкәләре 14 декабрҙән башланып, йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.