10 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2013 йыл, 18:00

Башҡортостан баш ҡалаһында энтузиастар Зураба Церетели ярҙамы менән «төньяҡ амурҙары»на һәйкәл ҡуйырға теләй

автор: Алик Шакиров

Өфөлә алдағы ваҡытта 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон армияһына ҡаршы көрәшкән башҡорт яугирҙарына арналған һәйкәл асылыуы ихтимал. Бындай һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзалары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткән.

«Башҡортостан» гәзитенең бөгөнгө һанында идея авторы, «Төньяҡ амурҙары» тарихи клубы ағзаһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Илдар Юлбарисов хәбәр итеүенсә, республика етәксеһе проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Проект авторы һүҙҙәренсә, «Өфөлә бындай һәйкәлдең әлегә ҡәҙәр булмауы өсөн оят. Ә бит 1812 йыл яугир башҡорттар өсөн шаҡтай данлыҡлы осор булған. Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, йәштәр шанлы үткәндәрҙе белергә, ғорурланырға тейеш».

Илдар Юлбарисов һөйләүенсә, буласаҡ һәйкәлдең проекты әҙер. Уны ул триумф аркаһы итеп күҙаллай. Проект авторы һүҙҙәренсә, ҡыйыу яугирҙәрҙе сағылдырыу өсөн был форма донъяның күп илдәрендә ҡулланыла. Мәғәнә яғынан да унда күпте күрһәтергә, аңлатырға була. Хатта һуғыштың ниндәйҙер эпизодтарын, кешеләрҙе сағылдырырға мөмкин.

Өфөлә ҡуйыласаҡ «Еңеү ҡапҡаһы» ҙур һәм ҡеүәтле булып күҙаллана. Әгәр килеп сыҡһа, хатта уның өҫтөнә менеп тирә-яҡты күҙәтерлек майҙан да эшләнеүе ихтимал. Монументты баш ҡаланың элекке үҙәгенә, кеше күп йөрөгән күркәм урынына ҡуйыу уңышлы булыр ине.

Ҙур проектты тормошҡа ашырыу өсөн Илдар Юлбарисов исеме донъяға билдәле скульптор Зураб Церетели менән бәйләнешкә ингән.

— Зураб Церетелиға был фекерҙе әйткәс, ул риза булып ҡына ҡалманы, Өфө халҡына тағы бер һәйкәл бүләк итергә теләүен дә әйтте. Ул беҙҙең яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевты хөрмәт итә һәм уның һәйкәлен эшләргә теләй икән. Бөйөк скульптор оҙаҡламай Өфөгә килеп, етәкселек менән осрашырға йыйына. Шул һөйләшеүҙәрҙән һуң эш башланыр тип уйлайым, — ти Илдар Юлбарисов.