10 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2013 йыл, 17:30

Милли йәштәр театры Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәргә сыға

автор: Эльмира Сабирова

РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында 21-28 сентябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына гастролдәре ойошторола. Әйткәндәй, былтыр бында театрҙың рус труппаһы Анатолий Приставкин повесы буйынса «Ночевала тучка золотая» спектакле менән сығыш яһағайны. Әҫәрҙе рус труппаһы режиссеры, Ҡабарҙы-Балҡарҙа тыуып үҫкән Мөсәлим Күлбаев сәхнәләштерҙе.

Быйыл Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы үткән миҙгелдәге ике премьераны тәҡдим итәсәк. Балалар өсөн — Джанни Родариҙың әкиәте буйынса «Чиполлино» музыкаль спектакле, өлкәндәр өсөн Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа» комедяһы әҙерләнгән.

Спектаклдәр республиканың биш ҡалаһында күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.