3 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2013 йыл, 17:08

Башҡортостанда тәбиғәт ҡомартҡылары тикшерелә

автор: Галина Бахшиева

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралыҡтары һәм комитеттары хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшерә.

— Бындай эш Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларына инвентаризация үткәреүгә әҙерлек сиктәрендә башҡарыла, — тип аңлатты министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова. – Тәбиғәт ҡомартҡыларының торошона баһа биреү, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының яңыларын ойоштороу өсөн ҡиммәтле тәбиғәт объекттарын асыҡлау, шулай уҡ республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының дәүләт кадастры мәғлүмәттәрен яңыртыу тикшеренеүҙәрҙең төп маҡсаттары булып тора.

Уның һүҙҙәренсә, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереүҙе тамамлаған да инде. Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында йәмғеһе 15 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә.

Шулай итеп, Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы янындағы 170 йыллыҡ ҡарағас айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгө көндә ул Урал аръяғы далаларында иң ҡарт ағас иҫәпләнә.

— Тәбиғәт ҡомартҡыһының торошо урындағы властың даими иғтибарында тотола, — тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре. – Бында ҡарағасты һаҡлау буйынса саралар йыш үткәрелә. Быйыл тәбиғәт ҡомартҡыһын уратып алған ҡоймалар яңыртылды, мәғлүмәт стендтары урынлаштырылды, эргә-тирәләге биләмәләр төҙөкләндерелде.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала тәбиғәт ҡомартҡыларын тикшереү буйынса эштәр дауа итә.