Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше ғинуар-август айҙарында сағыштырмаса хаҡтарҙа 8,4 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше ғинуар-август айҙары йомғаҡтары буйынса 435 039 миллион һум күләмендә билдәләнгән. 2012 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был ғәмәлдәге хаҡтарҙа – 114,8 процент, сағыштырмаса хаҡтарҙа 108,4 процент тәшкил итә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Дөйөм туҡланыу әйләнеше – 17 007,3 миллион һум (шул тәртиптә, 103,9 процент һәм 100,5 процент).

Статистиктар ваҡлап сауҙа итеү баҙарҙарында һәм йәрминкәләрҙә тауар һатыу күләменең сағыштырмаса хаҡтарҙа 4,3 процентҡа кәмеүен билдәләй. Туҡланыу продукттарын, шул иҫәптән эсемлектәр һәм тәмәке изделиеларын, ваҡлап һатыу күләме — 4,3 процентҡа, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатыу 10,4 процентҡа артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть