Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ололар көнөндә пенсионерҙарға һәм ветерандарға айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк

Йәмғиәт

Халыҡ-ара ололар көнө, 1 октябрь, Башҡортостанда «көнкүрештә тиҙ ярҙам күрһәтеү (торлаҡты ремонтлау, уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү, уңыш йыйыу, утын әҙерләү), мохтаж булған оло йәштәге граждандарға матди ярҙам күрһәтеү, ташламалар нигеҙендә көнүреш хеҙмәттәрен күрһәтеү маҡсатында айлыҡтар, декадниктар, аҙналыҡтарға» нигеҙ һалырға тейеш. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Вице-премьер хакимиәт башлыҡтарына һәм республиканың бюджет ойошмалары етәкселәренә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған сараларҙы әүҙем күтәреп алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Лилиә Ғүмәрова ҡул ҡуйған хатта билдәләнеүенсә, был көн байрамға формаль ҡараштан алыҫ торорға тейеш.

– Оло йәштәгеләр ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ. Үҙҙәренең тормошонда улар ғәйәт ҙур эштәр башҡарған: Бөйөк Ватан һуғышында еңеү, балаларҙың һәм Ватаныбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеү. Киләһе быуындар өсөн улар ныҡлыҡ, батырлыҡ, хәрби һәм хеҙмәт дуҫлығы өлгөһө булды һәм булып ҡаласаҡ, — тип иҫәпләй вице-премьер.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть