Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Юристар ассоциацияһы Башҡортостанда Бушлай юридик ярҙам көнөн үткәрә

Хәл-ваҡиғалар

Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе йома, 20 сентябрҙә, Бушлай юридик ярҙам көнөн үткәрә. Көн дауамында Өфөләге 16 адрес буйынса һәм республика буйынса 23 урындағы бүлексәлә граждандарға торлаҡ, ғаилә, хеҙмәт, гражданлыҡ хоҡуҡтарына ҡағылышлы юридик мәсьәләләр буйынса хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәк.

Барлыҡ һорауҙарға «Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәләре вәкилдәре, БР Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре, адвокаттар яуап бирәсәк.

Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай Бушлай юридик ярҙам көндәрен улар квартал һайын ойоштора. Консультация алыу өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть