Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан шағирҙары Төркиәнең Тарсус ҡалаһында әҙәби осрашыуҙа ҡатнаша

Мәҙәниәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев һәм Стәрлетамаҡтан шағирә, Баязит Бикбай исемендәге премия лауреаты Сулпан Миңлебаева билдәле төрөк шағир-импровизаторы Караджаоглан иҫтәлегенә арналған XII Халыҡ-ара шиғриәт кисәләрендә ҡатнаша.

БР Мәҙәниәт министрылығының ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, Төркиәнең Тарсус ҡалаһында үткәрелгән сарала Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Алтай Республикаһы, Саха Республикаһы һәм башҡа төбәктәрҙән шағирҙар ҡатнаша.

Бынан тыш, Төркиәнең Токат ҡалаһында үткәрелгән шиғриәт кисәләрендә билдәле башҡорт шағирәһе, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Ураҡсина ҡатнаша.

Саралар программаһында төрөк шағир-импровизаторҙарының сығыштары, ҡала мэрҙары менән осрашыуҙар, тарихи һәм тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу ҡаралған. Сит ил вәкилдәре үҙҙәренең әҫәрҙәрен шулай уҡ туған телдәрендә уҡып ишеттерәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть