8 декабрь, Кесе йома

20 сентябрь 2013 йыл, 12:36

Республикала мәктәп уҡыусыларын дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башланы

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәғариф министрлығы ҡарамағында «ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Теләгән һәр кеше белгестәргә шылтыратып, уҡыу әсбаптарына ҡағылышлы  һорауҙар бирә ала. Бының өсөн түбәндәге телефон номерҙарын йыйырға кәрәк: (347)273-55-63, (347)276-31-82.

Министрлыҡтың милли мәғариф, төбәктәр хеҙмәттәшлеге һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова һүҙҙәренсә, мәктәп китапханалары фондтарын тулыландырыу маҡсатында быйыл федераль һәм республика бюджеттарынан, шул тәртиптә, 70 мең һәм 250 мең һум аҡса бүленгән.

– Әлеге ваҡытта, Федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптарына ярашлы, республика мәғариф учреждениеларының 1-3 класс уҡыусылары дәреслектәр менән тулыһынса тәьмин ителгән, — тип билдәләне Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова.