6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2013 йыл, 18:16

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә төбәк бюджетынан 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләүгә республика бюджетынан 1 462 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Средстволар урындағы бюджеттарҙан ҡушып финанслау шарттарында бүленә. Был хаҡта кесе йома, 19 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин хәбәр итте.

Атап әйткәндә, Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә коммуналь объекттар төҙөү һәм реконструкциялауға, тышҡы яҡтыртыуҙы ойоштороуға – 650 миллион һум, коммуналь инфраструктура системаларын үҫтереү буйынса комплекслы программаларға – 427 миллион һум, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһын үтәүгә 202 миллион һум аҡса бүленгән.

Бөгөнгө көндә тармаҡ объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙерлек кимәле 99,4 процент тәшкил итә, тип хәбәр итте Сергей Афонин. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлек паспорттары республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмегендә бар.