6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2013 йыл, 17:38

Яңауыл районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауға йүнәлтелгән «Хат» акцияһы үтте

автор: Людмила Терновая

Яңауыл районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауға йүнәлтелгән «Хат» акцияһы үтте. Радик Гәрәев исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ҡаланың үҙәк майҙанында водителдәргә хат-мөрәжәғәттәр таратты, уларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмау үтенесе белдерелә.

Дәфтәр биттәрендә уҡыусылар водителдәрҙе иҫерек килеш руль артына ултырмаҫҡа, үҙҙәрен һәм башҡаларҙы һаҡларға саҡыра.

Райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Ильгиз Хәйҙәршин балаларға акцияны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Уның һүҙҙәренсә, районда юл-транспорт һәләкәттәре, шул иҫәптән балалар ҡатнашлығындағы ваҡиғалар һанының артыуы теркәлгән. Шуға күрә акцияның актуаллеге баһалап бөткөһөҙ.

— Водителдәр ашыҡмаһын, ҡабаланмаһын ине. Ҙурайғас, мин бер ваҡытта ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаясаҡмын, — тине акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе Виктория Крутовская.