10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2013 йыл, 16:39

Өфөлә инвалид балалар өсөн автомобиль ҡаласығы асыласаҡ

автор: Әлим Фәйезов

Йома, 20 сентябрҙә, Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 73/1 адресы буйынса автомобиль ҡаласығын һәм «Сикләүһеҙ хәрәкәт» махсуслаштырылған уйын майҙансығын асыу тантанаһы үтә.

Майҙансыҡ Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге биләмәһендә урынлашасаҡ. Бында светофорҙар ҡуйыласаҡ, юлдарға билдәләр төшөрөләсәк, был юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан йәш кешеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, майҙанда балалар ҡатнашлығында концерт үтәсәк, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына театрлаштырылған тамаша ойоштороласаҡ.

Автомобиль ҡаласығын асыу тантанаһында Өфө хакимиәте вәкилдәре, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фондының Социаль проекттарға ярҙам департаменты советнигы Светлана Ефремова (Мәскәү) ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Башлана – 11.45 сәғәттә.