8 декабрь, Кесе йома

19 сентябрь 2013 йыл, 15:56

Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы Башҡортостанда ташҡын буйынса ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса эштәргә юғары баһа бирҙе

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығы 2013 йылдың авгусында Башҡортостандың Белорет һәм Әбйәлил райондарында ташҡын буйынса ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса үткәрелгән эштәргә юғары баһа бирҙе.

— Республикала ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙек, — тине Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Сергей Дарькин кесе йома, 19 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев хәбәр итеүенсә, торлаҡ фондында бөгөнгө көнгә авария-тергеҙеү эштәре тамамланған, инфраструктура объекттарында эштәр октябрь башында тамамланасаҡ.

— Бөгөнгө көнгә автомобиль юлдарының 400 участкаһында ремонт үткәрелгән, 10 километр юлдың ситтәре нығытылған, өс күпер ремонтланған, йылылыҡ ҡоҙоҡтарын һәм трассаларын таҙартыу буйынса эштәр башҡарылған, — тине Марат Мәһәҙиев.

Уның һүҙҙәренсә, республика ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн федераль бюджеттан 857 миллион һум аҡса һорай.

Ике райондың да ташҡындан зыян күргән кешеләре финанс ярҙамын тулы күләмдә алған:

— Граждандарға финанс ярҙамы күрһәтеүгә Башҡортостан бюджетынан — 17 миллион һумдан ашыу, федераль бюджеттан 40 миллион 530 мең һумдан ашыу аҡса бүленде, — тип хәбәр итте вице-премьер. – Барлыҡ средстволар зыян күреүселәргә билдәләнгән ваҡыт эсендә тапшырылды.

Урал аръяғында яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында 43 ауыл, 1127 йорт алды участкаһы, 35 күп фатиры йорт, 13 коммуналь инфраструктура объекты, 2 һаулыҡ һаҡлау объекты, 5 белем биреү учреждениеһы, шулай уҡ күперҙәр һәм автомобиль юлдары зыян күрҙе. Халыҡты эвакуациялау ваҡытында ойошторолдо, һәләк булыусылар юҡ.