Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Белорет районында Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзин призына вокалсылар конкурсы үтәсәк

Мәҙәниәт

Белорет районының Әхмәр ауылында 22 ноябрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин призына вокалсылар конкурсы үтәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы редакцияһынан. Бәйге ике йәш категорияһы (16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк) буйынса үткәрелә, унда тик үҙешмәкәр йырсылар ҡатнаша ала. Улар үҙ теләге буйынса ике әҫәр башҡарырға тейеш. Композиторҙар Заһир Исмәғилев, Абдулла Хәлфетдинов ижад иткән йырҙарға, Ғәли Хәмзиндың репертуарынан әҫәрҙәргә өҫтөнлөк бирелә.

Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа наградланасаҡ: эстрада вокалы (яңғыҙ йырлау); халыҡ вокалы (яңғыҙ йырлау, ансамблдәр); вокал-эстрада ансамблдәре (дуэт, трио, 11 кешенән күберәк булмаған ансамблдәр).

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 10 ноябргә тиклем Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 71 адресы буйынса 312-се бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: (347 92) 5-25-84, 3-25-62.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть