Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йәш журналистар фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

26-27 сентябрҙә Өфө районының «Восход» ял базаһында X Республика йәш журналистар фестивале үтәсәк.

Башҡортостандың йәш журналистары алдында лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре менән республиканың алдынғы баҫмалары вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Улар араһында БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Ufa1.ru порталының баш мөхәррире Олег Смаков, Салауат ҡалаһының «Выбор» гәзите баш мөхәррире Татьяна Клугман бар.

Шулай уҡ журналистар «Беҙ беренсе булдыҡ» түңәрәк өҫтәлендә һәм «Журналист – стресҡа ҡаршы тора алған һөнәр» эшлекле уйынында ҡатнашасаҡ.

Бынан тыш, фестивалдә Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Тапалмаған һуҡмаҡтар буйлап» конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Журналистар союзынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть