Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Бишбүләк районы халҡы менән осрашасаҡ

Йәмғиәт

РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре 20 сентябрҙә Бишбүләк районында граждандарҙы күсмә ҡабул итә. Осрашыу Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең күсмә комплексы нигеҙендә үтә. Район халҡы социаль һәм пенсия тәьминәте, балалы ғаиләләргә, оло йәштәге кешеләргә, аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам, инвалидтарҙы техник реабилитация саралары һәм шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә ала. Граждандарҙың һорауҙарына РФ Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, прокуратура, Пенсия фонды, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре, юристар яуап бирәсәк.

Граждандарҙы ҡабул итеү 10.00-13.00 сәғәттәрҙә — Баҙлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда, 14.00-17.00 сәғәттәрҙә Михайловка ауылы мәҙәниәт йортонда үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть