Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

2014 йылда капиталь ремонтҡа иғәнә түләү мотлаҡ буласаҡ

Иҡтисад

2014 йылда капиталь ремонтҡа иғәнә түләү, РФ Хөкүмәтенең ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, йорттоң ниндәй хәлдә булыуына һәм торлаҡ милекселәренең ниндәй ҡарар ҡабул итеүенә ҡарамай, мотлаҡ буласаҡ, тип хәбәр итте көн элгәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуы тура эфирында төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин.

Әлеге ваҡытта торлаҡ милекселәре дөйөм йыйылышта капиталь ремонт өсөн иғәнә түләү-түләмәү тураһында ҡарар ҡабул итә ала. Уның хаҡы торлаҡтың бер квадрат метрына яҡныса 5 һум тәшкил итә. Түләү күләме йорттоң ниндәй хәлдә булыуына ҡарап иҫәпләнә. Сергей Афонин һүҙҙәренсә, 2014 йылда был һандың бер аҙ үҙгәреүе ихтимал, майҙаны 70 квадрат метр тәшкил иткән торлаҡ милекселәре капиталь ремонтҡа айына яҡыса 350 һум түләйәсәк.

— 2013 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан капиталь ремонтҡа 200 миллион һум аҡса бүленде, — тип хәбәр итте Сергей Афонин. — 2015 йылға тиклем финанслау программаһында иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеүгә айырыуса иғтибар бүленә, был маҡсаттарға 1 миллиард 550 миллион һум күләмендә аҡса йүнәлтеләсәк.

Тапшырыу эфирында шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть