9 декабрь, Йома

19 сентябрь 2013 йыл, 10:08

Краснокама районынан күп балалы ғаилә һәм йәш белгестәр торлаҡ төҙөүгә субсидия алды

автор: Людмила Терновая

Краснокама районынан күп балалы ғаилә һәм биш йәш белгес торлаҡ төҙөүгә субсидия бүлеү тураһындағы таныҡлыҡтар алды. Субсидияларҙың дөйөм күләме 5 200 000 һум тәшкил итте. Сертификаттар тапшырыу тантанаһы муниципаль район хакимиәтендә үтте.

Ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләү биреү тураһындағы таныҡлыҡтар Сауыҙбаш ауылынан дүрт бала тәрбиәләгән ғаиләгә тапшырылды. Ғаилә башлығы Руслан Йәһүҙин «Батыр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә мал ҡараусы булып эшләй.

Ҡалған таныҡлыҡтар райондың мәғариф өлкәһендә эшләгән йәш белгестәргә тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Йыл һайын «Ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса районда яҡынса 15 кеше бындай субсидия ала. 2012 йылда әлеге программа сиктәрендә субсидияларҙың дөйөм күләме 12 700 000 һум тәшкил итте. Шулай уҡ «Торлаҡ» программаһы буйынса дүрт йәш ғаиләгә бергә 2 200 000 һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтелде. Йәнә алты йәш ғаилә бала тыуыу (уллыҡҡа алыу) буйынса субсидия иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшырта алды. Субсидияларҙың дөйөм күләме 1,5 миллион һум тәшкил итте. Һигеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер миллион һумдан ашыу суммаға торлаҡ алыу буйынса социаль түләүгә таныҡлыҡтар алды.

темалар: торлаҡ,йәштәр