Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә квадрат метры 21 мең һум торған каркас торлаҡ төҙөлөшөн ойоштороу планлаштырыла

Иҡтисад

Өфөнөң Дим районында каркас технологияһы буйынса йорт төҙөү комбинатын асыу планлаштырыла. Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш эштәрен 2013 йылдың октябрендә башлап, 2015 йыл башында тамамлау ҡаралған.

Проекттың хаҡы – яҡынса 400 миллион һум. Бөгөнгө көнгә документтар әҙерләү тамамлана, геология-тикшеренеү эштәре алып барыла.

Буласаҡ предприятие, тәү сиратта, социаль тәғәйенләнештәге объекттар – балалар баҡсаларын, мәктәптәр, дауаханалар, шулай уҡ торлаҡ йорттар төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Уның проект буйынса ҡеүәте – йылына яҡынса 100 мең квадрат метр майҙан.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, комбинат тулы ҡеүәтенә эшләгән хәлдә, каркас торлаҡтың хаҡы квадрат метры өсөн 21 мең һумдан ашыу булырға тейеш түгел.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть