9 декабрь, Йома

18 сентябрь 2013 йыл, 16:53

Башҡортостандың һигеҙ уҡыу йорто «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» исемлегенә инде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостандың һигеҙ уҡыу йорто «Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» исемлегенә инде. Улар араһында Өфөнөң 3-сө, 39-сы, 93-сө гимназиялары, 153-сө, 83-сө лицейҙары, Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы, Нефтекаманың 1-се гимназияһы, Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы бар. Белгестәр фекеренсә, был мәктәптәр 2012-2013 уҡыу йылында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

«Рәсәйҙең иң яҡшы 500 мәктәбе» исемлеге РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында Мәскәүҙең өҙлөкһөҙ математик белем биреү үҙәге менән тәҡдим ителгән.

Исемлекте төҙөгәндә тикшеренеүселәр БДИ буйынса юғары күрһәткестәргә, ағымдағы йылда Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының аҙаҡҡы этабында еңеүселәр һәм призерҙар һанына айырыуса иғтибар бүлгән.

Рәсәйҙең иң яҡшы дөйөм белем биреү учреждениелары рейтингында беренсе урынды – Мәскәүҙең 1535-се лицейы, икенсе урынды – Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы А.Н.Колмогоров исемендәге мәктәп-интернат, өсөнсө урынды Санкт-Петербургтың 239-сы физика-математика лицейы яулаған.

Волга буйы федераль округында урынлашҡан һәм илдең иң яҡшы 500 мәктәбе исемлегенә ингән мәктәптәр рейтингына килгәндә, беренсе урында Татарстан Республикаһы (19 мәктәп) тора, артабан Һамар өлкәһе (15 мәктәп), Түбәнге Новгород өлкәһе (13), Сыуашстан (12), Пермь крайы (11), Һарытау өлкәһе (9), Башҡортостан Республикаһы (8), Киров өлкәһе (7), Мари Иле Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе (6-шар), Удмуртия, Ульяновск һәм Пенза өлкәләре (5-шәр), Мордовия Республикаһы (3 мәктәп) килә.