8 декабрь, Кесе йома

18 сентябрь 2013 йыл, 15:20

Республикала 2013 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы билдәләнде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеменә республика конкурсында «Тәтешле урманы» дәүләт унитар предприятиеһы вәкилдәре – урман ҡырҡыусы Фидан Муллаяров һәм уның ярҙамсыһы Әҙип Бәҙретдинов еңеүсе булды.

Йола буйынса, киләһе бәйге еңеүселәрҙең тыуған яғында, йәғни Тәтешле районында үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеменә республика смотр-конкурсы быйыл Әбйәлил районында үтте.

Урман ҡырҡыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Быйыл конкурс финалында һигеҙ команда ҡатнашты. Һөҙөмтәлә беренсе урынға – Тәтешле районы командаһы, икенсе урынға – Илеш районы урмансылары, өсөнсө урынға Ҡариҙел районы вәкилдәре лайыҡ булды, тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының Милек, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Альберт Бохаров.