Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә Мәҙәниәт йылының иң яҡшы эмблемаһына конкурста еңеүсе 40 мең һум аҡса аласаҡ

Мәҙәниәт

БР Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылының иң яҡшы эмблемаһы проектына конкурста ҡатнашыу өсөн эштәр ҡабул итеүҙе дауам итә.

Бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Эмблема сағыу, үҙенсәлекле булырға һәм тематикаға тап килергә тейеш. Жюри шулай уҡ уның юғары художество кимәленә һәм дизайнерлыҡ оҫталығына баһа бирәсәк.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтың ижади мөмкинлектәрен ҡеүәтләү һәм тормошҡа ашырыу, киң йәмәғәтселек иғтибарын Мәҙәниәт йылын үткәреүгә йәлеп итеү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Конкурс материалдары электрон һәм яҙма төрҙә 15 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса 21-се бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 280-87-70.

Еңеүсе Диплом һәм 40 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән наградланасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт ведомство сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть