Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала яҙғы сәсеүгә 220 мең тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләнгән

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы сәсеүгә 220 мең тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләгән, планға ҡарата был 75 процент тәшкил итә.

Бөгөнгө көнгә 2014 йылға орлоҡ әҙерләү буйынса планды республиканың 13 районы аграрийҙары тулыһынса үтәгән, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шул уҡ ваҡытта Республика страховка фондына 17 мең тонна иген һалынған, был тейешле күләмдең 38 процентын тәшкил итә. План һигеҙ районда үтәлгән.

Ужым культураларының күсмә фонды ла тулылана. Бөгөнгө көнгә унда 40 мең тонна орлоҡ һалынған, планға ҡарата был 67 процент тәшкил итә.

Нуриман һәм Салауат райондарында ужым культураларының күсмә фондына иген һалыу буйынса план, шул тәртиптә, 67 һәм 26 процентҡа арттырып үтәлгән. Дөйөм алғанда был эштәр республиканың 22 районында башҡарылған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствонан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть