Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «2013 йылда Республика көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2013 йылда Республика көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, Республика ойоштороу комитеты составы раҫланды, ул байрамға әҙерлек сараларына контроллек итәсәк.

Ойоштороу комитетына ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә ауылдарҙы байрамса биҙәү, тантаналы саралар үткәреү, мәҙәни һәм спорт сараларын, йәрминкәләр, күсмә сауҙа нөктәләрен ойоштороу бурыстары йөкмәтелде.

БР буйынса Эске эштәр министрлығына — саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен һаҡларға, төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына медицина персоналының дежурлығын ойошторорға ҡушылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть