Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы

Йәмғиәт

Башҡортостанда Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы. 8-800-7000-183 номеры буйынса бушлай шылтыратып, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында квалификациялы психологик ярҙам ала аласаҡ. Бығаса төбәктә бындай ярҙам Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә, Республика балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында күрһәтелде. БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова һөйләүенсә, әлеге башланғыс «Ныҡлы ғаилә» партия проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Хәҙер беҙҙең республикала ышаныс телефонының берҙәм номеры буласаҡ. Бындай сара ғаилә институтын нығытыуға йәнә бер аҙым булып тора, тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова.

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова фекеренсә, ышаныс телефоны ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға ярҙам итеү йәһәтенән һөҙөмтәле сара булараҡ үҙен танытып өлгөрҙө. Уның һүҙҙәренсә, ышаныс телефонының төп маҡсаты – көсләүҙе, балаларға ҡарата ҡаты мөнәсәбәтте, балалар суицидын иҫкәртеү. Телефонға ҡабул ителгән барлыҡ мәғлүмәт конфиденциаль булып ҡала.

Проектты ойоштороусылар булып республика Хөкүмәте һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть